Туймазы ҡалаһындағы 8-се мәктәптең 8-се класс уҡыусылары Өфө ҡалаһында булды. Туристик сәйәхәт “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының “Мәктәп туризмы” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мөмкин булды. – Төбәктең тәжрибәле туроператорҙары тарафынан ойошторолған уҡыусылар өсөн туристик маршруттар үҙ эсенә белем биреү һәм тәрбиә компонентын ала. Ике көнлөк сәйәхәттәр балаларға республиканың тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыу, беҙҙең үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарын күреү, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәрендә булыу һәм дөйөм алғанда ҡыҙыҡлы итеп ваҡыт үткәреү мөмкинлеге бирә, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Туймазынан килгән балалар өсөн баш ҡаланың ҡыҙыҡлы урындары буйлап экскурсия ойошторолдо, улар Милли музейҙа, “Рәсәй – минең тарихым” мультимедиялы тарихи паркында булған. 3D-моделләштереү буйынса оҫталыҡ дәресендә балалар бик сағыу тәьҫораттар алған. – Баш ҡалаға сәйәхәт балаларҙа тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сәй