Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан халҡы экодиктантта үҙ белемен тикшерә ала

Бишенсе юбилей экодиктанты 9-26 ноябрҙә офлайн һәм онлайн форматта уҙа. Ҡатнашыуға төбәктең мәғариф ойошмалары тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, педагогик хеҙмәткәрҙәр, министрлыҡ, ведомство, ғилми ойошма вәкилдәре, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм уҡырға килеүселәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә теләгән халыҡ саҡырыла. Быйыл сара үҫеш үҙенсәлектәре булған балалар өсөн дә асыҡ, улар тәҡдим ителгән һорауҙарға ата-әсәләр йәки опекундар менән бергә яуап бирә ала. "Һәммәгеҙҙе экодиктантта ҡатнашырға саҡырабыҙ. Экологик мәғариф өлкәһендә төп белемдәрһеҙ экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре менән шөғөлләнеү мөмкин түгел. Республикала экологик мәғарифтың һәр ваҡыт юғары кимәлдә булыуына ынтылабыҙ», — тип билдәләнеләр төбәктең экология министрлығында. Офлайн-майҙансыҡтар тураһында мәғлүмәтте «экодиктант.рус» порталында табырға була. Акцияла онлайн-форматта ҡатнашыу өсөн сайтта үҙ категорияһында теркәлеү үтергә кәрәк. Диктант йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусы сертификатын йәки еңеүсе дипломын алырға мөмкин. «Экология» милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.