Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең геройҙы Себерҙә лә онотмайҙар

Әлшәй районынан Рәсәй Геройы Алмас Сафиндың исеме Новосибирск өлкәһенең Бердск ҡалаһы урамына биреләсәк. Раздольный биҫтәһе халҡы ошондай башланғыс менән мөрәжәғәт итә. Депутаттар тәҡдимде бер тауыштан хуплай. Бердскиҙа Баш разведка идаралығы спецназының 67-се айырым бригадаһы урынлашҡан. Старшина Алмас Сафин шунда хеҙмәт иткән. Ул 1985 йылда Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. IX класты тамамлағандан һуң, Бердскиҙа электр механикаһы техникумында белем ала. 2014 йылда Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын тамамлай. Контракт төҙөп, хәрби хеҙмәткә юллана - десант ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә. 2018 йылда Сүриәләге хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға китә. Быйыл 14 ғинуарҙа старшина Сафин алыш барышында ҡапыл һөжүм иткән дошмандың биш һуғышсыһын юҡ итә. Үҙенә снаряд ярсығы тейеп, ауыр яралана, әммә һуңғы һулышына тиклем ҡул аҫтындағыларға идара итеп, уларҙы уттан ышыҡлап һаҡлай. Ярҙамға өҫтәмә көстәр килгәс, дошман сигенә... Тик ауыр яраланған старшина Сафин вафат була. 2023 йылдың 17 ғинуарында яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Фото: А. Сафиндың шәхси архивынан.