Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ирекмәндәр «Алып килгәс - алып ҡайт» проектында ҡатнашты

«Йәшел Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президент гранттары фонды конкурсында еңеү яуланы һәм Башҡортостандың бер нисә ҡала һәм районында: Өфөлә, Бөрөлә, Архангелдә, Белоретта, Ишембайҙа, Дәүләкәндә һәм Стәрлетамаҡта 150 тәбиғәтте һаҡлау билдәһе ҡуйҙы. Таҡталағы "Алып килгәс, алып ҡайт!", "Усаҡ тоҡандырҙығыҙмы? Һүндерегеҙ!", "Сүп–сарҙы йыйған өсөн рәхмәт" һәм шуға оҡшаш яҙыуҙарҙың бурысы - халыҡҡа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында иҫкәртеү. Шул уҡ ваҡытта тәбиғи һуҡмаҡтарҙың сүп-сар менән ҡапланыуын булдырмауға баҫым яһала. - Таҡталар ҡуйыу маршрут уртаһында йәки аҙағында туристик һуҡмаҡтарҙа мәғлүмәти проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирҙе. Был экологик акцияның иң практик һәм ябай варианты. Беҙҙең команда республиканың өс ҡурсаулығында, Милли паркта, республика әһәмиәтендәге биш тәбиғәт паркында һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларында 150 билдә ҡуйҙы, - тип билдәләне «Йәшел Башҡортостан» ойошмаһы рәйесе Максим Некрасов. Эш «Экология» милли проектының (национальный проект "Экология") «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» («Комплексная система обращения с твердыми коммунальными отходами») федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.