Найти тему
Башҡортостан гәзите

94-се йәшемә аяҡ баҫырға торам әле, дуҫтар

Бына әле кис тормош иптәшем Гөлсөм апайығыҙ менән үткәндәрҙе барлап, китаптарҙы, яҙылғандарҙы ҡарап ултырабыҙ. Ни тиклем үтелгән, ни тиклем күрелгән, тип уйланып алдыҡ. Ни тиклем үтелер, ни тиклем күрелер, тип йылмайып та алдыҡ. Ә ниңә әле тик артҡа боролоп ҡарап ултырырға? 94-се марафонға баҫабыҙ әле, алға, тик алға ынтылабыҙ. Эшләнәһе эштәр күп әле. Беҙҙең һүҙҙе, беҙҙең моңдо көткән йөрәктәр бар әле. Шағир яҙмышын ҡабул итеп алғанһың икән, һин – мәңге көрәшсе, мәңге уҡытыусы, мәңге дуҫы, юлдашы, терәге уҡыусыңдың. Йәштәр, онотмағыҙ шуны! Беҙҙең миссия шундай. Ҡараңғылыҡ донъяны баҫмаһын, тип яҡты йырҙар яҙа Рауил Шаммас. Тыуған көнөмдә шиғырҙарыма, йырҙарыма күңелегеҙ асыҡ булһа, минең өсөн шул иң ҙур бүләк, дуҫтар.Ошо шиғырымды бынан 30 йыл элек яҙғанмын. Ысынлап та, тыуған көҙөмдө, мул уңышлы көҙөмдө яратам. Һеҙҙе яратам, кешеләр!КӨҘГӨ БӨРӨМ – ЙӘШӘҮ СЕРЕМЯҙ-йәй биргән бөтә байлыҡтарҙыКөҙгө ҡапсыҡтарға тултырып,Ҡыш көткәндә мин донъяға килдем.Тыуған көндә, бына, ултырыпШиғыр яҙам.Уйҙар юлдар урай.Татлы уйҙар, татлы һағыштар…Әсәм Рауза мине ижад иткән,Изге юлға тиеп бағышлап.Әсәм теләктәре ҡабул булды:Юлым изге, шөкөр Хоҙайға.Атам миңә алтын аҡыл биргән –Рәхмәт тимен иң тәү уларға.Ҡыштарымды атлап, яҙға сыҡтым,Яҙ-ҡыҙымды үлеп яраттым.Күңелемә алып яҙ йәмдәрен,Наҙҙар итеп ергә тараттым.Һалҡын көҙөм миңә үпкәләмәҫЙылы яҙҙы артыҡ күргәнгә,Көҙҙөң тымып ҡалған бөрөләренЯпраҡ-сәскә итеп үргәнгә.Бер уйлаһаң, яҙҙың сәскәләре –Тантанаһы көҙгө бөрөнөң.Көҙгө бөрөләрҙә ятмай микәнБар асылы йәшәү серенең?!Көҙгө бөрөләрҙе өшөтмәйсәЯҙға тапшырамын шикелле.Көҙөм минең Еңеү алып килгәнҺалдат һымаҡ, һоро шинелле.Яҙым-ҡыҙым килер инеме ни,Сабыр, һалҡын көҙөм булмаһа,Көҙгө тамырҙарым, бөрөләремЙылы яҙға ҡулын һуҙмаһа.Тыуған көҙөм.Тып-тын бөрөләреСабыр ғына көтә яҙ айын.Яҙҙы яратһам да, бар наҙ өсөнКөҙгә бурыслымын, моғайын.Автор: Рауил Шаммас,Башҡортостандың халыҡ шағиры. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Яҡты, нурлы ижад - Рауил Шаммас төркөмө (vk.com)