Ошо көндәрҙә Башҡортотан Республикаһы вәкилдәре Ҡытай Халыҡ Республикаһында эшләне. Сара барышы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә йыш яҙҙы. Ә бөгөн иһә эшлекле сәфәрҙең тамамланыуы тураһында хәбәр итте. “Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми визит тамамлана. Аҙаҡҡы пункт булараҡ Пекинда Башҡортостандың Ҡытайҙағы вәкиллегендә булдым. Әйткәндәй, Рәсәй илселеге һәм Рәсәй мәҙәни үҙәге янында урынлашҡан. Коллегаларыбыҙ менән берлектә башҡорт-ҡытай хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса юл картаһының төп пункттарын һәм Ҡытайҙа ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙе үтәү алымдарын барланыҡ. Атап әйткәндә, Башҡортостандан Ҡытайға тауар ебәреү өсөн логистика сиселештәрен әҙерләү өҫтөндә эшләргә кәрәк.Ҡытай компанияларының күбеһе 22 - 25 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашыуын раҫланы ла инде. Әле ҡытай партнерҙарыбыҙ Башҡортостанда командировкаларҙы һөҙөмтәле үткәреп, уларҙың профилендәге йүнәлештәрҙе өйрәнә алһын өсөн һәр компан