Климаттың үҙгәреүе буйынса Коперник хеҙмәте октябрҙә уртаса температура Цельсий буйынса 15,3 градус тәшкил итеүен теркәгән, был донъяла һауа торошон күҙәтеү буйынса рекордлы иң юғары күрһәткес. 1850—1900 йылдарҙа октябрь айҙарында бөтә донъяла ер өҫтө һауаһының уртаса температураһы 1,7 градусҡа юғары була. Был йылдар сәнәғәт үҫеше башланғанға тиклемге осор тип баһалана. Йылылыҡ тулҡыны — Тымыҡ океандың көнсығышында ер өҫтө һыуҙарын йылытыусы Эль-Ниньо кеүек күренештең эшмәкәрлеге менән бергә пар газдарын сығарыуҙы дауам итеү һөҙөмтәһе. Быға тиклем иң йылы октябрь 2016 йылда теркәлгән. Ул йылды шулай уҡ Эль-Ниньо тулҡындары йылы була. Үҫешкән илдәр яйлап һауаға йоғонтоно кәметеүе етештереүҙе кәметеү буйынса маҡсаттар ҡуйыуға ҡарамаҫтан, әлегә алға китеш күҙәтелмәй, ти белгестәр. Башҡортостанда ноябрь айы ла йылыһы менән аптыратыуын дауам итә. Ай башында төбәктә +12,9 градус йылы булған. Бындай һауа торошо 62 йыл элек теркәлгән. Ә һеҙ әлеге һауа торошо менән ҡәнәғәтме? Ғәжәйеп тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрһәгеҙ, комментарийҙарға ҡуйығыҙ!Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.