Артист кеше һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Теләйме ул, юҡмы сәхнәгә сығырға тейеш, социаль селтәрҙә лә улар менән тамашасылары ныҡ ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп барыусан. Элек- электән кешегә күҙ тейеү тигән төшөнсә бар. Сәхнә кешеләренә күҙ тейәме, улар ундай төшөнсәгә ышана, ышанһа, нисек һаҡлана? Был хаҡта Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яратҡан йырсыбыҙ Айҙар Ғәлимовтың фекерен тыңлап үтәйек. “Күҙ тейеүҙе бала саҡтан беләм. Бәләкәй саҡта әсәйемдең юрғанға төрөп, Хәбибә инәйгә өшкөртөргә алып барғаны әле лә иҫемдә. Әйткәндәй, һоҡланып ҡараһам, үҙемдең дә күҙ тейеүе бар. Үҙемдең һөнәрем буйынса ла йыш күҙ тейеүсән. Һиңә залдан мең пар күҙ ҡарап тора, ниндәйҙәре генә юҡ унда. Ул үҙен һуңынан һиҙҙерә. Икенсе көнө лә кеше рәтенә инә алмаҫҡа мөмкинһең. Көслө энергетикалы кешеләр бар. Уларҙың да күҙ ҡараштары кемгәлер ыңғай тәьҫир итергә мөмкин, ә кемгәлер насар йоғонто яһауы ла ихтимал. Шуға күрә тамашасы алдына сығыр алдынан үҙеңә төрлө энергиянан һаҡлаусы ҡалҡан ҡуйырға өйрәнергә тура