Махсус хәрби операцияла булып, ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтыусы һалдаттарҙы йыш осратабыҙ. Шуныһы шатлыҡлы, барыһының да кәйефе күтәренке. Мәҫәлән, "Кызыл Таң" республика гәзите редакцияһы яҡташтарыбыҙ менән осрашыу ойошторҙо. Баҫманың баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов ваҡыт табып килгәндәре өсөн рәхмәт әйтте, ил һаҡсыларына һәр йәһәттән дә уңыштар теләне. "Әсән" позывнойлы һалдат һөйләүенсә, ул быға хәтлем мәғариф усаҡтарында мәктәп уҡыусылары менән аралашҡан, ҡыҙ һәм малайҙарҙың һорауҙарына яуап биргән. Тыуған яҡтарынан ҡош телендәй генә сәләмде ишетеү иңдәренә ҡанат ҡуя. Хәрби бурысты бөтә тулылығында үтәүгә көслө этәргес бирә. Ул быйыл тап 22 июндә, 58 йәштә, хәрби контракт төҙөгән. – Һуғыш барған урында дүртәүҙән артыҡ йыйылмайбыҙ, юғиһә, ныҡ хәүефле, – ти "Алпан" позывнойлы лейтенант. – Әле кабинетта халыҡ туп-тулы, бындай мөхәткә өйрәнелмәгән. Ғөмүмән, минең бурысым – беркетелгән һалдаттарҙың күңел торошона төшөнөү, рухтарын күтәреү, ҡыҫҡаһы, психологик ярҙам күрһәтеү. "Алпан" билдәләү