Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вәзәмдәр яугир ғаиләһенә ҡаҙ йолҡошҡан

Былтыр республика конкурсында еңеү яулаған вәзәмдәр бөгөн дә берҙәм һәм татыу. Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтөлә. Ауыл клубы төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Вәзәм ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары Гөлназ Сурина, Айгөл Сурина, Рәйсә Күскилдина, Гөлнара Кәримова, Әлфиә Сурина, Г. Сурина һәм ауыл старостаһы Мөхтәр Сурин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдашташтары ғаиләһенә - Хәмзә Әширов ағайға ҡаҙ йолҡоу өмәһенә ярҙамға барған. Һуңынан хужабикә Фәһимә апайҙың әҙерләгән сәй табынында йәнле әңгәмә ҡорғандар. Именлектә, теүәллектә, шатлыҡтарҙа ғына ашарға яҙһын! Донъяла именлек, тыныслыҡ урынлашһын! Фото һәм текст сығанағы: Гөлназ Сурина.