Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән “Рәсәй лидерҙары” конкурсында Башҡортостандан 44 кеше ҡатнашыуы хаҡында яҙған. Бында Волга буйы федераль округынан 14 төбәктән дистацион этапты уңышлы үткән 400 конкурсант ҡатнаша. Конкурсанттар 200-ҙән ашыу “Лидерлыҡ дәрестәре” буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән, уларҙы 5,2 меңдән ашыу юғары класс уҡыусыһы тыңлаған. Шулай уҡ ҡатнашыусылар төрлө эш биреүселәр менән аралашҡан, улар араһында Росатом, РЖД, Ростех, Газпром нефть, Сбербанк, Роскосмос кеүек ҡеүәтле компаниялар бар. Бөгөн, 28 октябрҙә, конкурстың төп өлөшө старт алды. Эксперттар ҡатнашыусыларҙың идара итеү ролендә үҙҙәрен нисек күрһәтә алыуын баһалаясаҡ. Конкурс иртәгә, 29 октябрҙә, еңеүселәрҙе билдәләү һәм ҡотлау тантанаһы менән тамамлана. Башҡортостан конкурсанттарына уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ! Фото: БР Башлығы Хөкүмәте төркөмөнән.
Түбәнге Новгородта "Рәсәй лидерҙары" конкурсы башланды
28 октября 202328 окт 2023
~1 мин