Хәйбулла районында матур сара – тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, педагог Рафаил Сәләхетдин улы Рәхимовтың 90 йыллыҡ юбилейына арналған “Рәхимов уҡыуҙары” район тыуған яҡты өйрәнеүселәр конференцияһы үтте. Сара район тыуған яҡты өйрәнеүселәр, китапханасылар, музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолдо. Конференцияла Рафаил Сәләхетдин хеҙмәттәштәре, яҡындары, уҡыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар тарихсы исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙа булдылар, ул йәшәгән йорт янындағы таҡтаташҡа сәскә һалдылар һәм митингта бер минутҡа тын ҡалып, яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар. Артабан сара Район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Конференцияла Рәхимовтың класташы, яҡын дуҫы Айҙар Ҡоҙабаев, ҡыҙы Рәсимә Туғыҙбаева, райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәре сығыш яһаны. Сарала Ырымбур өлкәһе Гай районы Ишбирҙе ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Фирҙәүес Фәхретдиновнаның сығышы конференцияны төбәк-ара статусына күтәрҙе. Фото һәм текст сығанағы: Сәлимә Байгилдина