Хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Әбйәлил, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Сираттағы осрашыуҙарҙың береһе Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы өр-яңы белем усағында уҙҙы. Бында беҙ география уҡытыусыһы Мәлифә Сибаеваның таштар коллекцияһы менән дә таныштыҡ. Экспонаттар араһында әүлиә һәм халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың география дәреслеген күреү, хатта уны тотоп ҡарау бәхетенә өлгәштек. — Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, тыуған ауылымда яңы мәктәп төҙөлә башлағас, бында эшкә ҡайттым. Ә таштарҙы йыя башлауым балаларҙы беҙҙең төбәктә табылған файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы танырға өйрәтеү теләгенән башланды. Уларҙы республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә экспедицияға йөрөгәндә йыйып алып ҡайта инем. Бынан тыш, таныш геологтар, балаларға бер нимә лә йәл түгел тип, үҙҙәренең коллекциялары менән бүлеште. Шулай уҡ интернет-магазин аша ла яҙҙыртып һатып алам. Бына шулай байтаҡ йыйылып китте. Был минең яратҡан шөғөлөмә әүерелде. Уларҙан төрлө композициялар эшләйем. Иң мөһиме – был таштарҙы дәрестә файҙаланам. Биш минут ваҡытты ошоға бүлеп, таштарҙы күрһәтеп, уҡыусыларға улар хаҡында һөйләйем. Балалар үҙҙәре күреп, тотоп ҡарап өйрәнгәндә күҙҙәре янып китә. Ҡыҙыҡһыныуҙары барлыҡҡа килде, хатта берәй ят таш күрһәләр, алып килеп миңә күрһәтәләр. Мөжәүир олатайҙың был китабына килгәндә, уны миңә улы тапшырҙы. Бөгөн был ҡомартҡыны мин бик ҡәҙерләп һаҡлайым, ғәрәп яҙыуын белеүселәр был дәреслекте уҡып бирҙе, – ти Мәлифә Шәйәхмәт ҡыҙы. Бына шундай изге ҡомартҡы һаҡлана Мәлифә Сибаеваның шәхси коллекцияһында. Әйткәндәй, һеҙҙең йортоғоҙҙа ла ошондай иҫтәлекле әйберҙәр юҡмы? Автор фотолары.