Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарының исеме мәңгеләштерелеүе хаҡында яҙҙы. "Геройҙар тураһында яҡты хәтерҙе һаҡлау - беҙҙең бурыс!Һәләк булған яугирҙәребеҙ Кәримов Руслан, Ҡарағужин Ирмәк һәм Баязитов Рәмилгә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәләк булды. Беҙ геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген хөрмәтләргә һәм уны киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ. Ысынлап та, Ватан өсөн ғүмерен биргән яугирҙәребеҙҙе иҫкә алыу бик мөһим.Дәүләтебеҙҙең намыҫын һәм данын яҡлаған егеттәр быға лайыҡлы.Беҙ яҡташтарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ һәм Ватанды һаҡлап батырҙарса һәләк булған яугирҙәребеҙҙе иҫкә аласаҡбыҙ.Һәләк булған һалдаттарға мәңгелек дан!" - тип яҙҙы Илдар Таһир улы. Яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең исеме - үлемһеҙ! Фото: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.