Миәкә районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Зиннур Зияҡаев белдереүенсә, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан Владимир Кулешов массаж эшләү менән шөғөлләнә. Уның төп девизы - кешеләргә файҙа килтереү. Яратҡан эше менән ул 1998 йылдан алып шөғөлләнә, ә 2021 йылда эшҡыуар ғаиләһе менән ауылға күсеп ҡайта һәм үҙ эшен аса. Владимир Кулешов ярҙам һорап районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Эшҡыуар үҙенең бизнес-проектын тәҡдим итеп, эш башлар өсөн бина менән ярҙам итеүҙәрен һорай. В. Кулешов 11 айға ташламалы хаҡ менән ҡуртымға бина алыуға килешеү төҙөй. Әле ул “Миәкә” спорт-һауыҡтырыу комплексынан урын алып, массаж яһай һәм адаптив физкультура хеҙмәттәре күрһәтә. Киләсәккә уның пландары ҙур. Был