"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Баҡалы районында эш сәфәрендә булды. Унда беҙ яңы эш башлаған район хакимиәте башлығы Олег Ефимов менән осраштыҡ. 2024 йылға ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу барышы менән таныштыҡ. Район хакимиәте башлығы төбәктә милләт-ара татыулыҡты нығытыуға бәйле башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләне. Олег Ефимов белдереүенсә, Баҡалы райондағы 96 ауылда 17 милләт вәкиле тупланып, үҙ-ара татыу йәшәй. Бергә саралар ойошторалар. Милләттәр араһында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, керәшендәр күпселекте тәшкил итә икән. Мордва халҡы йәшәгән Иҫке Илек ауылы һуңғы йылдарҙа айырыуса әүҙемләшкән. Тиҙҙән унда мордва үҙәге асыласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 ноябрҙә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Ул - нәҡ ошо милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында булдырылған байрам. Рәмилә Мусина фотолары.