Бүздәк районының Сабай ауылында берҙәм һәм эшсән халыҡ йәшәй. Ошо көндәрҙә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән. Ит һәм һауыт-һабаны "Апсат" ойошмаһы етәксеһе Алик Үтәшев биргән, ә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары тушенка эшләүҙе үҙ өҫтөнә алған. Биш сәғәт эсендә 100 банка быҡтырылған ит әҙер ҙә булған. Район халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәрҙең ғаиләһенә даими ярҙам күрһәтә, шулай уҡ һалдаттарға гуманитар ярҙам оҙатыла. Сабайҙарҙың күңел һалып әҙерләгән быҡтырылған иттәре уларға имен-һау барып етһен. Афарин, Сабай ауылы халҡы! Фото: https://buzdyaknews.ru
Сабайҙар яугирҙәргә 100 банка быҡтырылған ит әҙерләгән
Около минуты
28 октября 2023