Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Унауһын да яратабыҙ!”

Сатаевтар ғаиләһендә унынсы сабый донъяға килде. Ҡалтасы районының ЗАГС бүлегендә ишле ғаилә улдары Юрийҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ алып, шатлығы менән уртаҡлашты. Яңы тыуған сабый ғаиләләге улдарҙың - дүртенсеһе, уның тағы алты апаһы бар. Ата-әсәнең өлкән улы Дмитрий армияла хеҙмәт итә, ә өлкән ҡыҙҙары Юлия – студент. Ә биш бала – Екатерина, Клавдия, Сергей, Алексей һәм Ольга мәктәптә уҡый. Кескәйҙәре Ирина һәм София “Әкиәт” балалар баҡсаһына йөрөй. Сатаевтарҙың бөтә балалары ла спорт секцияларында, түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, яҡшы уҡый. Валерий Чапаевич менән Татьяна Сергеевна ҡыҙ һәм улдарын татыулыҡта һәм һөйөүҙә 21 йыл тәрбиәләй. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре ишле ғаиләгә һаулыҡ, бәхет, ә балаларының бары шатлыҡ, кинәнес кенә килтереүен теләне. Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.