27 октябрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форумдың пленар ултырышында сығыш яһаны. Сараның дискуссия майҙансыҡтарында иң яҡшы тәжрибәләр тикшерелә, мәғариф өлкәһендәге сәйәсәттең перспективалы йүнәлештәрен ҡарала. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында республикала полилингваль белем биреүҙең дүрт йыллыҡ үҫешенә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ был йүнәлештә артабанғы эштең төп бурыстарын билдәләне. - Башҡортостанда полилингваль белем биреүҙе үҫтереү 2019 йылда Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезынан башланды. Тап шул йылда Өфөлә ошондай ике гимназия барлыҡҡа килде. Һуңынан беҙ уларҙы Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалыла, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында астыҡ. Башҡортостан балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрендә уҡытыу алты телдә алып барыла, ә туған тел сифатында 13 тел өйрәнелә, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Бынан тыш, 56 инновацион милли мәктәп уңышлы эшләй. Полилингваль белем биреү тәжрибәһен индереү өсөн республикала Рәсәй төбәктәренең һәм сит илдәрҙең уңышлы тәжрибәһе өйрәнелгән. Тел предметтарының хәҙерге үҫеш этабы төбәктең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын да үҙ эсенә алған. Башҡортостандың 50 балалар баҡсаһында бөтәһе 70-тән ашыу полилингваль төркөм булдырылған. Бынан тыш, Өфөлә полилингваль балалар баҡсаһы асылған. Радий Хәбиров сығышы аҙағында полилингваль уҡытыуҙы үҫтереүгә өлөш индергән мәғариф өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Фото: glavarb.ru