Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә – грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогы

Сараны асыу тантанаһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Рима Баталова исемендәге Республика спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән ярыштарға илдең 30 төбәгенән 200 ҡатнашыусы килгән. Башҡортостан данын 13 спортсы яҡлай. 10 ауырлыҡ категорияһында еңеүселәргә “Рәсәйҙең спорт мастеры” исеме биреләсәк. Быйыл Рәсәй Кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр 16 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Башлығы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы приздарына спорт көрәше буйынса ярыштар үтте. Радий Хәбиров спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумына саҡырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хаҡта Владимир Путин 19 октябрҙә Пермдә үткән спорт форумының пленар ултырышында иғлан итте. Сара тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙған: “Кубок сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Кубогына һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Кубогына ярыштар үтәсәк. Беҙ Денис Владимирович Пушилин менән был ярыштарҙы сиратлап ҡ

Сараны асыу тантанаһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Рима Баталова исемендәге Республика спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән ярыштарға илдең 30 төбәгенән 200 ҡатнашыусы килгән. Башҡортостан данын 13 спортсы яҡлай. 10 ауырлыҡ категорияһында еңеүселәргә “Рәсәйҙең спорт мастеры” исеме биреләсәк. Быйыл Рәсәй Кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр 16 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Башлығы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы приздарына спорт көрәше буйынса ярыштар үтте. Радий Хәбиров спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумына саҡырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хаҡта Владимир Путин 19 октябрҙә Пермдә үткән спорт форумының пленар ултырышында иғлан итте. Сара тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙған: “Кубок сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Кубогына һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Кубогына ярыштар үтәсәк. Беҙ Денис Владимирович Пушилин менән был ярыштарҙы сиратлап ҡабул итеү тураһында һөйләшеп килештек. Ваҡыты еткәс, беҙ спортсыларыбыҙ менән Донецк еренә барырбыҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла матур еңеүҙәр теләйем!” Фото: glavarb.ru