Туймазы ҡалаһында йәшәгән яугир еңеү хаҡына йылы офисын окопҡа алмаштырырға ҡарар иткән. Белеме буйынса ул – табип. Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Махсус хәрби операция зонаһына киткәнсегә тиклем Себерҙә эшләгән, хеҙмәт хаҡы юғары булған. – Бер заман йоҡонан торҙом да, мин бит нефтсе генә түгел, ә табип та, алғы һыҙыҡта медицина хеҙмәткәрҙәре лә кәрәк, тип уйландым. Ҡарар ҡабул иттем – контракт буйынса хәрби хеҙмәткә китергә!–тип уйҙары менән бүлешкән “Айболит” позывнойлы яугир Туймазы телевидениеһы хәбәрселәренә. Бына хәҙер ул йылға яҡын Доставалов батальонында хеҙмәт итә, алғы һыҙыҡта яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Тыуған яғыңа иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайт, “Айболит”! Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгәндәр Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итә йә иһә түбәндәге номерҙар буйынса шылтырата ала: 117- (берҙәм белешмә биреү),122, 8(347) 218-19-19 ( Ситуация үҙәге). Гүзәлиә Миндиярова фотоһы.