Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сирләп китеү менән ошо дауаханаға килеп эләккәйнек...

Ысынлап та, һаулығыңдың ҡәҙерен ауырығас ҡына аңлайһың. Яңынан аяҡҡа баҫырға ауыр ваҡытта беҙгә ярҙамға аҡ халатлылар килә. Яңыраҡ Дүртәйлө районында йәшәгән Зилә Кенәзованан палаталаштары исеменән медицина хеҙмәткәрҙәренә төбәп яҙылған йылы хат алдыҡ. - Йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен Өфө ҡалаһындағы Республика клиник инфекция дауаханаһының дүртенсе бүлексәһе коллективына еткерәбеҙ. Унда эшләгән ҙур йөрәкле, киң күңелле, белемле табиптарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Рәхмәтебеҙҙең, ихтирамыбыҙҙың иге-сиге юҡ! Көслө рухлы табиптарыбыҙ Альбина Марат ҡыҙы Бикмәтова, Надежда Александровна Колесникова, шәфҡәт туташтары А.В Солтанова, Л.Ф. Ғимазова, О.П.Миншатова һәм башҡалар үҙ эштәрен намыҫлы башҡара. Улар беҙгә йәшәү һулышы биреп, киләсәк көнгә өмөт-ышаныс өҫтәне. Һеҙгә яуаплы, белем һәм тәжрибә талап иткән эшегеҙҙә ҙур уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бөтмәҫ көс, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Һәр кешенең ғүмере бер генә һәм беҙ уны һеҙгә ышанып тапшырабыҙ. Ауырлыҡтарҙан сығыу юлы табып, һеҙ беҙгә ярҙам ҡулы һуҙҙығыҙ. Сирләп китеү менән ошо дауаханаға килеп эләктек. Беҙҙе йәш табибә Альбина Марат ҡыҙы ҡабул итте. Бер бүлмәлә дүрт кеше яттыҡ. Көн һайын беҙҙең янға инеп, хәлдәребеҙҙе белеп, һорашып торҙолар. Мәрхәмәтле, тәмле телдәре менән көс бирҙеләр, уколдарҙы билдәле ваҡытта яһап, хәлдәрҙе һорашып торҙолар. Палаталар иркен, таҙа, ашнаҡсылар тәмле ризыҡтар бешерә, ваҡытында йылы аш килтерәләр. Палатала ятыусы барлыҡ иптәштәрем Зинаида Вәлиуллина, Евгения Маркова, Зәлиә Вәлитова исеменән уларға бары тик рәхмәт һүҙҙәре генә еткерәм! - тигән юлдар бар хатта. Фотолар Зилә Кенәзова архивынан.