Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңғыҙ көн күреүҙәре ҡыйын...

Хаҡлы ялға сыҡҡас, кемдер рәхәтләнеп ял итеүгә тотонһа, икенселәренә көн дә барған эшендәге хеҙмәттәштәре менән аралашыу етмәй. Бигерәк тә өйҙәрендә яңғыҙ йәшәгәндәргә ҡыйыныраҡҡа тура килә. Хәҙер Әбйәлил инәй һәм олатайҙарына һис тә аптырайһы түгел, күңелдәрен бушатырға, дуҫтары менән аралашырға урын бар. Ошо көндәрҙә Асҡарҙа Социаль фонд бинаһында өлкән быуын өсөн аралашыу үҙәге асылды. Тантанала абруйлы ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Пенсия һәм социаль страховкалау фонды етәксеһе Фәнил Вәхитов, район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев ҡатнашты. Илдар Таһир улы яңы асылған үҙәккә термопот бүләк итте, компьютер алып бирергә вәғәҙәләне.Хәҙер хаҡлы ялдағылар үҙәктә ваҡыттарын файҙа менән ҡыҙыҡлы үткәрә аласаҡ. Фото: "Осҡон" гәзите.