Найти тему
Башҡортостан гәзите

Автобус тракторға бәрелгән

Бөгөн иртәнге һигеҙ тирәһендә Магнитогорск - Ира автомобиль юлының 128-се километрында ҡурҡыныс юл-траспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Пассажирҙар тейәгән «ГАЗель Некст» автобусы менән «Кировец» К-708 тракторы ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "ГАЗель" автобусының 60 йәшлек водителе һәм биш пассажир йәрәхәтләнә. Улар дауаханаға оҙатыла. Бөтәһе туғыҙ пассажир була, уларҙың барыһы ла Сибай ҡалаһынан Хәйбулла районына карьерға эшкә китеп барған. "Дүрт пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған, икәүһе амбулатор дауалау үтәсәк. Ҡалған пассажирҙар ҙа медицина тикшеренеүе үткән. Һәләк булыусылар юҡ. Юлдағы хәрәкәт тергеҙелгән", - тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Әле осраҡ буйынса тикшереү башланған, авария сәбәптәре өйрәнелә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: БР ЮХХДИ-һы һәм БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.