Өфөлә полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форумдың асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. "Торатау" конгресс-холына башҡорт теле, рус теле, туған телдәр уҡытыусылары, билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә предметтарҙы уҡытҡан педагогтар, республикабыҙҙың полилингваль күп профилле белем усаҡтарында эшләүсе мөғәллимдәр һәм мөғәллимәләр йыйылды. Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, республикабыҙҙағы полилингваль белем усаҡтарының эше бүтәндәргә өлгө һанала, ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә, белем биреү яҡшы ойошторолған. Илдар Марат улы педагогтарға эштәрендә уңыштар теләне, балаларға төплө белем һәм күркәм тәрбиә биргәндәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Министр Илдар Мәүлетбирҙиндың ҡулынан "Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт теле, рус теле, туған телдәр уҡытыусылары, билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә предметтарҙы уҡытҡан педагогтар, республикабыҙҙың полилингваль күп профилле белем усаҡтарында эшләүсе мөғәллимдәр" конкурсы еңеүселәре аҡсалата премиялар алып ҡыуанды Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина әйтеүенсә, уҡытыусыларға дан йырлаған конкурстар Башҡортостанды юғарыға үрләтһен. Артабан секциялар буйынса фекер алышыуҙар дауам итте. Мәҫәлән, 1-се майҙансыҡта "Хәҙерге мәғарифтың тренды булараҡ, полилингваллек: Рәсәй төбәктәртендә белем биреүҙәге тел моделдәре" тигән темаға һөйләшеү булды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа әле һигеҙ полилингваль мәктәп бар, киләсәктә уның һанын 12-гә еткереү күҙаллана, ул да сик түгел әле. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.