Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдә “Урал батыр” спорт-ял итеү паркы төҙөлә

Әбйәлил районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Урал батыр” спорт-ял итеү паркының төҙөлөш барышы ҡаралған. Ҙур инвестиция проекты район үҙәге Асҡар янында ғына тормошҡа ашырыла. Бер нисә йөҙ гектар ҙурлыҡтағы ерҙә балалар уйын майҙансыҡтары, ял итеү маршруттары, тау саңғыһы комплексы, тюбинг трассаһы, кафе, бағыр балығы хужалығы, мәмерйәле шарлауыҡ һәм башҡа ҡыҙыҡлы объекттар урын ала. – Барлыҡ объекттарҙа ла төҙөлөш әүҙем бара. Әле фонтан эшләнә, ҡунаҡхана, инеү урыны төҙөкләндерелә. Балалар уйын майҙансыҡтарында эштәр гөрләй. Артабан глэмпинг төҙөргә йыйынабыҙ, ғаилә менән ял итеү урыны булдырабыҙ. Балыҡ тоторға яратыусылар өсөн дә ҡыҙыҡ булыр, – ти проекттың башында торған Руслан Шәғәлин. Райондың бизнес-шәрифе Артур Дәүләтбаев белдереүенсә, районда туризмды үҫтереү бик урынлы һәм кәрәк. Сөнки Әбйәлил районы үҙенең матур тәбиғәте менән күптәрҙе йәлеп итә һәм төбәктә ял урындары булдырыу өсөн уңайлы биләмәләр күп. "Урал батыр" спорт-ял итеү паркы район халҡы өсөн генә түгел, ә килгән ҡунаҡтарға ла ғаилә менән ял итеү урыны буласаҡ. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте сайтынан.