Ҡапыл көндәрҙең һыуытыуы йыш ҡына күптәрҙә тамаҡ ауыртыуына килтерә. Табипҡа күренергә ваҡытығыҙ булмағанда, өй шарттарында дауаланыу өсөн бер нисә кәңәш: Бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ тоҙ, бер семтем аш һеркәһе һәм өс тамсы йод ҡушып болғатырға ла шуның менән тамаҡты 2-3 минут дауамында сайҡатырға. Тамаҡты йомшартыу өсөн махсус спрей һибергә, йылыта торған компрестар яһарға кәрәк. Муйынға йылытылған үҫемлек майы, спирт, 0,5 л һыуға 1 ҡалаҡ һеркә һалынған шыйыҡса менән йылытҡыс бәйләүес йәки компресс һалырға. Уны ике сәғәттән дә кәм тоторға ярамай. Ангинанан картуф ингаляцияһы ярҙам итә. Бының өсөн ваҡ картуфты алып, аҙ ғына һыуҙа картуфтан быу килгәнсе бешерергә. Уға тағы ике валидол дарыуы өҫтәргә мөмкин. Аҙаҡ бөркәнеп ултырып, быуҙы 10-15 минут танау һәм ауыҙ менән һуларға. Ингаляциянан һуң шундуҡ төрөнөп ятырға. Был процедураны иртән һәм кис ҡабатларға була. Шулай уҡ бешкән һуған һауаһы ла файҙалы. Аяҡтарҙы 15-20 минут дауамында 40-42° йылы һыуҙа тоторға ла, һыуынғас, эҫе һыу