"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында ауыл табиплыҡ амбулаторияһының модулле конструкцияһын урынлаштырыу башланды. Элекке медицина учреждениеһы бинаһы иҫкереүе менән бәйле, районда яңы бина төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Хәҙерге ваҡытта металл конструкцияларҙы йыйыу һәм күтәреү эштәре бара, бинаны матди-техник яҡтан йыһазландырыу буйынса тейешле саралар үткәрелә. Амбулатория Иҫке Ҡаҙансы ауылын һәм уның тирә-яғындағы тораҡтарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Медицина учреждениеһына 2651 кеше теркәлгән. – Ауылдарыбыҙҙа заманса медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге артыуына бик шатбыҙ. Хәҙер ауылдаштар тәүге ярҙам алыуҙан тыш, вакцина яһата, диспансерлаштырыу үтә аласаҡ, – тине Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың то