“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Нуриман районы Байгилде ауылында урынлашҡан Исмәғилев исемендәге ауыл лицейының 7-се класс уҡыусылары “Кинолағы һөнәрҙәр” экскурсияһында булды. Улар уҡыусыларға һөнәри ориентация биреү өсөн ойошторола. Класс етәкселәре менән бергә балалар Өфө ҡалаһындағы “Акварин” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан “Синема 5” кинотеатрында булған. Улар өсөн экскурсияны кинотеатр хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Уҡыусыларға Рәсәйҙә һәм донъяла кинематографияның үҫеше, беренсе “йәнле һүрәт”тәрҙе күрһәтеү өсөн ниндәй ҡорамалдар булыуы, донъяға киноны бүләк иткән генийҙар тураһында һөйләнеләр. Балалар тәүге йәнһүрәттәрҙе нисек төшөрөүҙәре һәм бөгөн был иң яҡшы студияларҙа нисек башҡарылыуы, шулай уҡ заман кинематографияһы һәм анимацияһы үҫеше трендтары тураһында бай мәғлүмәт алды. Экскурсия һуңында балалар “Повелитель ветра” фильмын ҡараны, унда Федор Конюховтың һауа шарындағы ер шарын әйләнеп сығыуы тураһында һөйләнә. – Һөнәр һайлау – еңел бурыс түгел. Күп мәктәп уҡыусылары аңламау һәм ши