Күптәр хәҙер бауырына зарлана, тип, "Бәйләнештәге" "Будь здоров" төркөмө ябай һәм ҡиммәт булмаған рецепт тәҡдим иткән. Был рецепт өсөн 1 килограмм ҡыҙыл(!) һуған, 850-900 грамм шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ. Һуғанды ит турағыстан үткәреп алып, шәкәр ҡомо һалып болғатып ҡуйырға кәрәк. Аҙна ярым ҡараңғы һалҡынса ерҙә төнәтәләр. Тейешле ваҡыт үткәс, һутын һығып алып, көнөнә 3-8 аш ҡалағы эсеп дауаланалар. Был ысул һыналған, хатта цирроз менән ауырығандарға ла ярҙам итте, тип ышандыралар был төркөмдә. Шулай уҡ ҡыҙыл һуғанды сей килеш турамаларға ҡушып ашау ҙа бик файҙалы икәнлеген билдәләй табиптар. Хатта яман шештән, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан, шәкәр диабеты булғанда, инсулин етештерергә булышлыҡ итеп, ярҙам итә икән. Шулай уҡ эсәктәрҙе таҙарта, организмдағы бактерияларға ҡаршы тора. Йөрәкте нығытыу һәм һаҡлау көсөнә эйә, ишемия ауырыуын булдырмаҫҡа ярҙам итә. Һалҡын тейеп ауырығанда ла үтә файҙалы, һуғанды, ғөмүмән, тәбиғи антибиотик тип тә атайҙар. Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ, ауырымайыҡ, дуҫтар! Фото: pixabay.com