Бөгөн һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Яҡташтарыбыҙға даими рәүештә гуманитар ылау оҙатыла. Ошо көндәрҙә сираттағы ярҙам Сибай ҡалаһынан да китәсәк. Ошо уңайҙан ҡаланың “ПекариЦа” икмәкханаһы яу биләмәһендәге яҡташтарыбыҙ өсөн икмәк бешереп, уны яҡташтарға оҙатырға йыйына. Икмәкхана хужаһы Раушан Ғизәтуллина был хаҡта акция иғлан итеп, яугирҙәргә икмәк бешереүгә он һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн ярҙам һорай. Акцияны тәүгеләрҙән булып Төйәләҫ ауылы ағинәйҙәре күтәреп ала. Шулай уҡ изге эшкә "Атайсал" һәм "Сибайский рабочий" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушыла. Улар тиҙ арала аҡса йыйып, уны икмәк бешереү оҫтаһы Раушан Рәмил ҡыҙына тапшырып та ҡуйҙы. Уңған эшҡыуар ике көн эсендә бер үҙе 300 дана икмәк бешерергә планлаштыра. Был тәмле әпәкәйҙәр 1 ноябрь көнө ҡаланан махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарға китәсәк гуманитар ярҙам менән алғы һыҙыҡта булған яугирҙәргә оҙатыласаҡ. Әйткәндәй, Раушан Ғизәтуллинаның ире лә махсус хәрби операция биләмәһендә. Эшҡыуарҙың изге эше, күңел йылыһы һалынған икмәктәре яугирҙәргә тыуған яҡ сәләме, әсәйҙәре бешергән икмәк тәме булып барып етһен! Фото: асыҡ сығанаҡтан.