Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров С.Юлаев исемендәге икенсе доброволецтар батальонына хәрби байраҡты тапшырҙы

Батальон һалдаттарының хәрби әҙерлеген МХО-ла ҡатнашҡан тәжрибәле инструкторҙар алып бара. Радий Хәбиров казармаларҙы, ашхананы, тамашалар залын, урындағы музейҙы ҡараны, Башҡортостан яугирҙәре менән һөйләште. – Илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта Башҡортостандың ҡыйыу һәм фиҙакәр вәкилдәре нацизмға ҡаршы көрәшкә үҙ ирке менән ҡушылыусыларҙың алғы рәттәренә баҫты. Росгвардияның Салауат Юлаев исемендәге икенсе оператив батальонын булдырыу – бының асыҡ күрһәткесе, – тине Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы генерал-лейтенант Сергей Просяник тантаналы сарала ҡатнашҡанда. - Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелгәне өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Яңы подразделениеның шәхси составы беҙҙең еңеүгә ҙур өлөш индереренә ышанам, - тине ул. Башҡортостан Башлығы яҡташтарыбыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһындағы ҡарарының ғәйәт ҡыйыу аҙым икәнен билдәләне һәм республиканың уларға ярҙам итеү буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәренә ышандырҙы. – Республика етәкселеге һәм муниципалитет башлыҡтары һеҙгә килеп торор, кәрәк булғандың барыһы менән дә тәьмин итер, – тине Радий Хәбиров һәм батыр ир-егеттәргә лайыҡлы хеҙмәт итеп, имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Дин әһелдәре – имам Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор Иванов та һуғышсылар алдында телмәр тотто. Яуап сығышында Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон командиры подразделение яугирҙәренең бөтә кәрәкле белемгә эйә булғаны, үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәрҙәре хаҡында белдерҙе. Байраҡты тапшырыу тантанаһынан аҙаҡ Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәр менән аралашты, уларҙың үтенестәрен тыңланы. Ул МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләрен шәхси контролдә тоторға вәғәҙә бирҙе. Сығанаҡ: glavarb.ru