Найти тему
Башҡортостан гәзите

Зәктәр айыҡ тормош яҡлы!

Балалар менән халыҡ уйындары уйнап, уларҙың күңелдәрен күрһәләр, өлкәндәр иһә төрлө аҙыҡ бешереүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үтте. Ошо ауыл халҡына ғына хас үҙенсәлекле ҡайнатылған шәкәр, сәк-сәк, туҡмас, ҡоймаҡ, ләүәш, бәлеш, ҡаҙы, тултырма, һөт аҙыҡтары һәм башҡаларҙы әҙерләү тураһында ихлас бәйән итте зәктәр. Сараға ғаилә юбилярҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең ата-әсәләре, ялға ҡайтҡан һалдат саҡырылды. Ауыл хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов тиҫтә йылдар татыу йәшәгән ғаилә парҙарын ҡотланы. Улдарын лайыҡлы хеҙмәте һәм отпускыла булған яугирҙең ата-әсәләренә рәхмәт хаттары тапшырыу һәр кемдең күңеленә үтеп ингән мәл булды. Бөтә кисә дауамында күңелгә ятышлы милли йырҙар яңғыраны.