Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баш табип Луганск халҡын ҡабул итә

Әлеге ваҡытта Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостан табиптарының 16 бригадаһы эшләй. Бригада составында – хирург, анестезиолог, травматолог һәм башҡа белгестәр. Уларҙың араһында Йәрмәкәй район дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғизетдинов та бар. Белгеслеге буйынса ул – табип-эндоскопист, шуға күрә Красный Лучта диагностика менән шөғөлләнә. “Рәмил Рим улы, үҙегеҙҙең дауаханала етәксе вазифаһын алып барыуығыҙға ҡарамаҫтан, бында пациенттарҙы ҡабул итеү, диагностикалау буйынса ябай табип булып эшләйһегеҙ. Бындағы бурыстарығыҙ менән таныштырығыҙ әле”,– тигән һорауға ул ҡыҫҡа ғына яуап ҡайтарҙы. –Эндоскопия – эндоскоптар ярҙамында ағзаларҙы тикшереүҙең инвазив ысулы. Процедура барышында табип гистологик тикшереү өсөн материал ала, дауалау сараларын үткәрә, ағзалар тышсаһы торошон баһалай. –Оҙайлы командировкаға юлға сығыу яңылығын яҡындарығыҙ нисек ҡабул итте? –Мин бындай оҙайлы командировкала тәүге тапҡыр. Юлға сығыу тураһында тиҙ ҡарар ҡабул иттем. Ғаиләмдә мине аңланылар, яҡындарым да ҡаршы килмәне. Балаларым да минең кешеләргә ярҙам итеүемде аңлай. Уртансы улым да яңыраҡ үҙенең табип буласағын белдергәс, бик шатландым. Ә өс йәшлек ҡыҙым бөгөн йомшаҡ уйынсыҡтарын һәм ҡурсаҡтарын тырышып дауалай. Красный Лучта тәүге пациентым оло кеше ине. Эс ауыртыуына, ябығыуына зарланды. Тикшереү барышында ашҡаҙанында шеш булыуы асыҡланды. Биопсиянан һуң пациент онкология диспансерына оҙатылды, әле унда дауалана. Рәмил Рим улына һәм хеҙмәттәштәренә ябай булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм ныҡышмаллыҡ теләйбеҙ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.