“Балаға ҡарата дуҫтарса ғәҙел хөкөм” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостандың Юғары Судында Өфө фән һәм технология университетының Хоҡуҡ институты студенттары өсөн экскурсия ойошторолдо. Экскурсияға Хоҡуҡ институты директоры Руслан Зәйнуллин етәкселегендә суд-прокурор эшмәкәрлеге һөнәренә уҡыған IV курс студенттары килгәйне. Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте етәксеһе Вадим Хәбиров буласаҡ юристарҙы республиканың төп фемида йорто менән таныштырҙы. Студенттарға тәүҙә ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге тураһында һөйләнеләр. Студенттар судтарҙың электрон һаҡланған документ әйләнеше, веб-конференция, электрон сират системаларын индереү һәм ҡулланыу һәм суд эшмәкәрлеген һанлаштырыуҙың барышы менән дә танышты. Суд бинаһы менән танышып сыҡҡас, конференциялар залында Башҡортостандың Юғары Суды Рәйесе Рәил Шәйҙуллин, республиканың Судьялар Советы рәйесе урынбаҫары Йәүҙәт Иҙрисов, Беренсе инстанция суд составы рәйесе Илдар Ҡанбәков менән осрашыу ү
Студенттар Башҡортостандың Юғары Судына экскурсияға барҙы
26 октября 202326 окт 2023
1 мин