Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сквер яңы төҫ алды

Краснокама районының Николо-Березовка ауылының үҙәк майҙанында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») буйынса сквер төҙөкләндерелде. Был турала төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итте. 2022 йылда милли проект буйынса быйыл төҙөкләндерергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү үтте. Николо-Березовка ауылының үҙәк майҙанында сквер еңеүсе итеп билдәләнде, уның өсөн 2,7 мең тауыш бирелде. Был биләмә ауыл халҡы өсөн уңайлы ял урыны булып тора, уның дөйөм майҙаны 1 мең квадрат метрҙан артып китә. Бында тротуар плиткаһы һалынған, урналар менән эскәмйәләр ҡуйылған, бәләкәй архитектура формалары эшләнгән, ағас һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртылған. - Сквер ауыл халҡын тартып торған урынға әүерелде. Киске ваҡытта был биләмә бәләкәй архитектура формалары яҡтыртыуы иҫәбенә айырыуса матур күренә, - тинеләр ведомствола. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Шулай уҡ милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса һорауҙарҙы хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙаллай. Бынан тыш милли проекттың төп бурысы – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы сайтынан.