Сара "Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” ойошмаһы тарафынан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”). Ул ил Президентының май указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Сарала 20-нән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, үҙмәшғүл, бизнесты үҫтереү институттары, кредит ойошмалары һәм Иглин районы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу барышында эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирелде һәм консультациялар үткәрелде. – “Минең бизнес” үҙәгенең муниципалитеттарға сығыуы – ул халыҡҡа бизнес асыу, үҫтереү һәм башҡа төр мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү практикаһы. Бынан тыш, ул үҙ-ара эш итеүҙә килеп сыҡҡан проблемаларҙы урында уҡ тикшерергә һәм хәл итергә мөмкинлек бирә. Күсмә саралар киләһе йылда ла үткәреләсәк – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов. – Был күсмә мобиль офис – ул “Минең бизнес” үҙәгенең стационар офистары булмаған райондар һәм ҡалалар өсөн уңайлы проект. Мобиль офис беҙгә урындарҙа бизнесҡа булған ихтыяжды асыҡларға, ә эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында белергә һәм бизнес алып барыуҙың бөтә этаптары буйынса шәхси консультациялар алырға мөмкинлек бирә. Йыл башынан алып үҙәктең күсмә офисы 7 ҡалала һәм 4 тораҡ пунктта булды, үҙенә 200-ашыу ҡыҙыҡһыныусыны йыйҙы, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы директоры Вадим Үтәшев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк эшҡыуарҙары өсөн буласаҡ саралар тураһында анонстар даими рәүештә “Минең бизнес” үҙәгенең сайтында “Саралар” бүлегендә баҫылып сыға: https://cmbrb.ru/meropriyatiya/. Консультацияларҙы “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса алырға мөмкин: +7(347) 224-99-99. Белешмә өсөн: Бөгөнгө көндә “Минең бизнес” үҙәгенең офистары Башҡортостандың 12 муниципалитетында эшләй: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт; Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 14-се йорт; Күмертау ҡалаһы, Горький урамы, 11-се йорт; Октябрьский ҡалаһы, Баҡса ҡулсаһы урамы, 71-се йорт; Нефтекама ҡалаһы, Комсомол проспекты, 19-сы йорт; Салауат ҡалаһы, Өфө урамы, 37А йорт; Бәләбәй ҡалаһы, Ленин урамы, 28-се йорт; Учалы ҡалаһы, Башҡортостан урамы, 6-сы йорт; Белорет ҡалаһы, Пушкин урамы, 40-сы йорт; Ҡариҙел ауылы, Киров урамы, 61-се йорт; Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 68-се йорт; Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 14-се йорт. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
“Минең бизнес” үҙәгенең күсмә офисы осрашыу үткәрҙе
26 октября 202326 окт 2023
2 мин