КИТАП УҠЫРҒА ЯРАТАҺЫҒЫҘМЫ? Ә УНЫ ТӨПЛӘП, ТАУШАЛҒАН ЕРҘӘРЕН БӨХТӘЛӘП АЛҒАНЫҒЫҘ БАРМЫ? ХӘТИРӘЛӘРЕГЕҘ МЕНӘН УРТАҠЛАШЫҒЫҘ ӘЛЕ.
Ә бына Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары китаптарҙы һаҡлап тоторға, кәрәк саҡта уны тейешле тәртипкә килтерергә өйрәнә.
2 класс уҡыусылары “Китапҡа ғүмер бүләк ит” акцияһында ҡатнашты. Улар китапханасы Тәнзилә Батыр ҡыҙы менән төрлө файҙалы эштәргә өйрәнде. Китап менән нисек һаҡсыл мөғәмәлә итергә, нисек уны ремонтлап алырға икәнен белде. Уҡытыусылары Розалия Әхмәт ҡыҙы менән практик эш менән алған белемдәрен нығытып та ҡуйҙылар. Мауығып, тырышып эшләнеләр. Һәм китаптарҙың бәхтә, матур булып китеүенә ихлас һөйөндөләр.
Әйткәндәй, был акция Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнөнә арналды. Ә һеҙ беләһегеҙме, был көн октябрҙең һуңғы аҙнаһында билдәләнә икәнен?
Икенселәр хәҙер дәреслектәрен дә һаҡлап тотонорҙар, өйҙәге туғандарына ла аңлатырҙар, әлбиттә.
Сығанаҡ: Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.