Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир уҡытыусыһының хәлен белгән

Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжын 2005 йылда тамамлап, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә булған Артур Ғәҙелшин ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡанда, уҡытыусыһы, үҙенең студент йылдарындағы кураторы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова янына килеп, уның хәлен белгән. Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы тиҙ арала яугир менән студенттарға осрашыу ойошторған. Ике яҡлы фекер алышыуҙа яугир махсус хәрби операция барышы, яу яланындағы хәлдәр, Рәсәй һалдаттарының батырлығы, Башҡортостан яугирҙәренең көслө рухлы һәм ҡаһарман булыуҙары хаҡында бәйән иткән. Төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тап ошо уҡыу йортонда алған белеме, психология менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы, үҙенең йыр-моңдо яратыуы ярҙам итеүен дә билдәләп үткән. Шулай уҡ студенттарға тырышып уҡырға, төплө белем алырға, үҙҙәрен бар яҡлап үҫтерергә, бигерәк тә спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы.Әйткәндәй, интернет селтәрендә Артур Ғәҙелшиндың гитара менән йырлаған видеояҙмалыр бик йыш осрай. Фото: Гөлнара Шәкированың шәхси альбомынан.