Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дүрт миллион аҡсаһын дуҫтарына таратҡан

Өфөлә 7-се класс уҡыусыһы өләсәһенең 4 миллион аҡсаһын алып дуҫтарына таратҡан, тип белдерә Башкирия Online. Баҡтиһәң, өләсәй күптән түгел йортон һатҡан булған, аҡсаларын сит ил валютаһына алыштырып, ҡумтаға һалып, балконға йәшереп ҡуйған. Әмәлгә ҡалғандай, был хаҡта ейәне белеп ҡалып, дуҫтарына һөйләй. Үҫмерҙәр башта етенсе модель "Жигули" ала, артабан һигеҙенсе, алтынсы… Машиналар артҡан һайын, өләсәйҙең аҡсалары кәмей бара. Машина алғандан ҡалғанын аҡса һығыусылар кеҫәләренә тыҡҡан. Шул мәл үҫмерҙәрҙең ҡапыл "байып" китеүе менән өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһына башлай, һағайып ҡалалар. Бер нимә тураһында ла шикләнмәгән ҡатын балконда ятҡан аҡсаларҙы һанамай, тик сираттағы тапҡыр ейәненең үҙенән өлкәнерәк «дуҫтарына» аҡса биргәнен күргәс кенә эштең ниҙә икәнен аңлап ҡала… Үҫмер был ҡылығын үҙенән өлкән егеттәр аҡса урларға мәжбүр итте тип аңлатҡан. Фото: https://thumbs.dreamstime.com