Өфөнән Юрий Ветлугин - хәҙер илдә ҙур танылыу алған кеше. Балалар йортонда үҫеп, тормошонда бик күп михнәттәр татырға, йәшәр урынынан ҡолаҡ ҡағып, асарбаҡ хәлендә лә ҡалырға тура килә уға. Уның тураһында “Юра дворник” фильмы төшөрөлдө. Шул ваҡиғанан һуң ул быға тиклем белмәгән-күрмәгән туғандарын тапҡан. “Минең ғаиләм ҙур икәнен белдем. “Юра дворник” фильмы сыҡҡанға тиклем улар мине, мин уларҙы белмәй инем”, тип яҙған Юрий үҙе был турала. Туғандарҙың табышыуы хаҡында Нина Филиппова социаль селтәрҙәрҙә анығыраҡ итеп яҙған. “Тормошта уларҙың юлдары киҫешкәне булған, әммә туғандар икәнлеген белмәгәндәр. Мәҫәлән, Дима шул уҡ мәктәп-интернатта уҡыған, тик бер нисә класҡа юғары. Унда ололар бәләкәйҙәрҙе шефлыҡҡа алыу йолаһы бар. Һәм Дима бәләкәй Юраны һайлаған, уны ҡустым тип йөрөткән, уны яҡлаған. Осрашҡанда Юра ла быны иҫенә төшөрҙө. Аҙаҡ Юраны икенсе интернатҡа күсергәндәр. Шулай эҙҙәр аҙашҡан”, тип һөйләгән Роман тигәндәренең әсәһе. Тағы ла уның һөйләүенсә, ағай-эне, һеңлеләре Юраның тарихы тураһында ишеткән, әммә уны туғандыр тип уйламағандар ҙа. Тик уның Диманың бер ағаһына ныҡ оҡшағанлығын аңғарып ҡалғандар. Уларҙың һөйләүенсә, туғанлыҡты асыҡлау өсөн дүрт ай ваҡыт үткән. Фото:pikabu.ru