Стәрлетамаҡта йәшәгән уҙамандың хәрби биографияһы күптәр өсөн ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булырлыҡ. Ул 2016 йылда доброволец булып Донбассҡа китә. 2017 йылда Сирияла хеҙмәт итә. 2019-2021 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көнсығыш-Себер институтында взвод менән етәкселек итә. 2022 йылда, ниһайәт, ялға туҡтарға була. Әммә социаль селтәрҙәге бер ролик ҡарарын үҙгәртә. Унда һүҙ Горловкала йәшәгән ҡыҙ баланың лейкоз сиренә дусар булыуы, яман сирҙе еңеүе хаҡында бара. Тик күп тә үтмәй баланы Украина хәрбиҙәренең снаряды һәләк итә... Бала “Карпыч”тың (позывнойы) ҡыҙының йәштәше була. Был ролик яугирҙе тетрәндерә, ул кисекмәҫтән йәнә хәрби зонаға китергә ҡарар итә. “Минең урыным әлеге ваҡытта унда”, ти ул. Хәрби хеҙмәт контрактын төҙөү мәсьәләләре буйынса Берҙәм телефонға - 177, Ситуацион үҙәккә - 122 йәки (347) 218-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең иң яҡын офисына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ һорауҙарығыҙға яуаптарҙы бошбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби
Горловка ҡыҙының яҙмышы "Карпыч"тың ҡарарын үҙгәртә
26 октября 202326 окт 2023
1 мин