Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда бюджет кредиттары буйынса бурыстарҙан баш тартырға мөмкин

Тейешле Бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһында һәм тағы 11 төбәктә 2022 йылда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙан федераль бюджетҡа килгән һалым килеме суммаһынан сығып бюджет кредиттары буйынса бурыстарҙы ҡаплаясаҡтар. Кредитты түләмәү тураһындағы ҡарарҙан сығып төбәк бюджеттарына бурысты кәметеүгә һәм өҫтәмә аҡсаны башҡа өҫтөнлөклө проекттарҙы үҫтереүгә йүнәлтәсәктәр. - Башҡортостан Федераль үҙәк тарафынан яңы инвестиция проекттарын башлау өсөн кәрәкле инфраструктура булдырыу буйынса әүҙем позиция биләгән төбәк булараҡ билдәләнде. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса 1,8 миллион һум кредитты япҡандар. Бюджет кредиттарын үҙгәртеп ҡороуҙан азат ителгән был аҡсалар “Алға” производство-сәнәғәт тибындағы махсус иҡтисади зона инфраструктураһын булдырыуға йүнәлтелгән. Ошоноң арҡаһында 34,1 миллиард һумлыҡ һигеҙ проектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буласаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Рәсәй Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, кредитты түләүҙән баш тартыу тураһында ҡарар төбәк бюджеттарына бурыс йөкләмәһен кәметеүгә генә түгел, өҫтәмә аҡсаны өҫтөнлөклө проекттарҙы үҫтереүгә лә йүнәлтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бюджет кредиттары буйынса бурысты түләүҙән баш тартыу механизмы өҫтөнлөклө тармаҡтарҙа тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарына һәм шул иҫәптән ауыл хужалығы, туризм, эшкәртеү производстволары, торлаҡ һәм юл төҙөлөшөнә ҡағыла. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.