"Еңел сәнәғәт ил өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә республиканың дөйөм етештереү күләме буйынса еңел сәнәғәт элеккесә 1 проценттан кәмерәк өлөштө биләй. Шуға күрә тармаҡты үҫтереү Башҡортостан дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Һәм беҙ быны киң ярҙам саралары менән раҫлайбыҙ, — тине Радий Хәбиров. Төбәк башлығы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа етештереүселәргә сеймал, материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға бюджет субсидиялары 500 миллион һум самаһы тәшкил итә. Улар һөҙөмтәле эшләй, киләсәктә лә республикала бындай ярҙам һаҡланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта етәкселек коллективы дәүләт ярҙамының яңы сараларын әҙерләй. Атап әйткәндә, еңел сәнәғәт продукцияһын сертификатлауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлеге ҡарала. Бынан тыш, төбәктең Инвестиция комитеты ярҙамынан һуң яңы проекттар өҫтөнлөклө статус алыуы ихтимал. Был һалым ташламалары алырға һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирә. «Еңел сәнәғәт кластерын формалаштырыу яғына күсәбеҙ. Тармаҡ эшенең бындай форматы өҫтәмә федераль ярҙам алырға мөмкинлек бирә», — тине Радий Хәбиров. «Махсуслашҡан предприятиелар шулай уҡ Башҡортостандың сәнәғәт үҫеше фондының ташламалы кредиттарына һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программалары сиктәрендә бирелгән преференцияларға иҫәп тота ала. Еңел сәнәғәт үҫешенең хәҙерге этабының мөһим өлөшө булып квалификациялы кадрҙар әҙерләү тора. Белгестәрҙе йәлеп итеү башлыса лайыҡлы хеҙмәт шарттарына, тәү сиратта эш хаҡына бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Атап әйткәндә, кейем етештереүҙә ул айына уртаса 27 мең һум тәшкил итә». "Башҡортостанда заманса производстволар, яңы компетенциялар барлыҡҡа килә. Ә бөгөн күп кенә компаниялар хеҙмәт ресурстары өсөн көрәштә ярышып, кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, – тине Радий Хәбиров. - Был мәсьәләне лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу, технологик процестарҙы автоматлаштырыу, шулай уҡ республика колледждарының уҡыу программаһын яңыртыу юлы менән хәл итергә мөмкин". Тармаҡ үҫешенең тағы бер йүнәлеше — һанлы сауҙа майҙансыҡтарында — баҙарҙарҙа эшләү. «Бында республиканың һеҙгә был йәһәттән нисек ярҙам итә алыуын асыҡлау өсөн хәлгә тәрән анализ яһаясаҡбыҙ», — тип өҫтәне Радий Хәбиров. Сығышы аҙағында Башҡортостан Башлығы еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. «Һеҙ, сәнәғәттең бик ҡатмарлы өлкәһендә эшләйһегеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. — Һалдаттарыбыҙға ярҙам итеүселәргә — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт. Афарин!" «Рәсәй сифат системаһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов пленумда еңел сәнәғәт үҫешенең төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. «Беҙ республиканың ярҙам саралары реаль һөҙөмтәләр биреүен күрәбеҙ. Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре лә был уңышлы тәжрибәне ҡабатларға тейеш тип уйлайым», — тине Максим Протасов. Ул шулай уҡ “Роскачество”ның еңел сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара эш итеү өсөн ҡулланған ҡоралдары тураһында ентекле һөйләне. Ойошма нигеҙендә продукцияны тикшереү һәм һынау үткәрелә, һөҙөмтәләр буйынса дәүләт сифаты билдәһе сығарыла. Был продукцияны төрлө баҙарҙа, шул иҫәптән һанлы баҙарҙа ла уңышлы таратырға мөмкинлек бирә. “Роскачество” шулай уҡ технологик һәм ойоштороу процестарын диагностикалау менән шөғөлләнә. Был хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм продукция сифатын арттырыу резервтарын билдәләргә мөмкинлек бирә. Йыл һайын 500-ҙән ашыу Рәсәй предприятиеһы ошондай ревизиялар үткәрә. "Был диагностиканы үтеүсе компаниялар араһында Башҡортостандан да етештереүселәр булыуы ҡыуаныслы. Ревизия үткәреүгә ғаризалар һаны буйынса республика быйыл Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй», — тине Максим Протасов. Роскачество етәксеһе еңел сәнәғәт вәкилдәрен ноябрь башында “Бөтә донъя сифат көнө 2023” халыҡ-ара форумында үтәсәк тематик сессияларға саҡырҙы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.