Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампус лабораторияһы мәктәп кластарын биҙәй

Проекттың авторы булып юғары уҡыу йорто ректоры Олег Баулин тора. Ә уны Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында урынлашасаҡ лаборатория тормошҡа ашырасаҡ. Проект тулыһынса университет тарафынан финанслана һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы мәктәптәрен генә түгел, республиканың барлыҡ муниципаль райондарын да үҙ эсенә ала. Учалы, Бөрө һәм Асҡын мәктәптәрендә, Өфөнөң 82-се гимназияһында, 157-се мәктбендә һәм башҡа профилле уҡыу йорттарында робототехника кластары яңы биҙәлеш алды ла инде. Эш юғары уҡыу йортоноң кесе курс студенттары тарафынан әҙерләнгән һәм башҡарылған. Мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары юғары дизайн мәҙәниәтен һәм башҡарыу сифатын билдәләне. 2023 йылда лабораторияның йәш дизайнерҙары һәм уларҙың остаздары төрлө тәғәйенләнештәге продукттарҙы биҙәү һәм брендлау, электрон дәреслектәр дизайны, сайттарҙы биҙәү, кейем һәм аксессуарҙар дизайны һәм башҡа өлкәлә етмештән ашыу проект эшләгән. Фото: pravitelstvorb.ru