Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ янында булып, гуманитар ярҙамды тапшырыуҙа үҙе ҡатнашты. Ул ошо хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. “Яугирҙәр өсөн улар һораған бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе алып барҙыҡ. Улар - тепловизор, мунса өсөн мейес, иретеп йәбештереү аппараттары, бензин менән эшләгән бысҡылар, генераторҙар, газ плитәһе, электродтар, блиндаж шәмдәре, газ баллондары, көрәктәр, ҡырҡыу дисктары, медицина препараттары, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр, шул иҫәптән эске кейем, мәсетлеләр ҡулы менән эшләнгән маскировка селтәрҙәре. Яугирҙең әсәһе аҡсаһына һатып алынған еңел автомобилде алып барҙыҡ. Улар менән бергә һалдаттар мәктәп уҡыусыларының хаттарын, “Мәсетле тормошо” район гәзитен алды, улар Ватанды һаҡлаусыларға яҡты тәьҫораттар тыуҙырҙы. Тәүге посылкаларҙы Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән артиллеристарға ҡалдырҙыҡ. Яңы Айҙар тораҡ пунктында Башҡортостан полкының ремонт ротаһында хеҙмәт иткән яугирҙәр менән
"Беҙҙең яугирҙәрҙең кәйефе күтәренке, үҙҙәрен ышаныслы тоталар"
25 октября 202325 окт 2023
1 мин