Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөләрҙе ҙур тамаша көтә

Улар 4 ноябрҙә Өфө “Нур” татар дәүләт театрында “Я Zнаю праVду!” спектаклен тәҡдим итә. Өфөнән тыш, тамаша 2-10 ноябрҙә Саранск, Ярославль, Тверь, Боровичи һәм Мурманск ҡалаларында күрһәтеләсәк. "Я Zнаю праVду!” тамашаһы нигеҙендә “Донбасста һуғыш: халыҡ йылъяҙмаһы” китабының материалдары ята. Унда 2014-2017 йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр фонында ваҡиғаларҙы кисергәндәрҙең хәтирәләре тупланған. Спектаклгә шулай уҡ режиссер Алла Ульянова йыйған азат ителгән ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тарихтары индерелгән. Әҫәрҙең төп геройҙары – ысын кешеләр, Донецк Республикаһы халҡы, төрлө һөнәр вәкилдәре. Гастролдәр Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы Росконцерт тарафынан ойошторола. Фото: