Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яңыраҡ халҡыбыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Мәрйәм Бураҡаева менән осрашҡан. Зариф Закир улы был осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Халыҡҡа ысын хеҙмәт өсөн мин хөрмәт иткән кешеләр бар. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева - уларҙың береһе. Ул 1943 йылда, ауыр һуғыш йылдарында, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Бөтә аңлы ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған: башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй, Иҫәнғол ауылында башҡорт гимназияһын асыуҙы ойоштора, Башҡортостандың Мәғариф министрлығында эшләй. Ул бөгөн уҡыу әсбабы булараҡ ҡулланылған “Арғымаҡ”, “Тормош һабаҡтары” һәм башҡа бик күп китаптар авторы. Мәрйәм апай башланғысы менән “Йәйләү” балалар йәйге лагеры асыла, унда уның уникаль программаһы буйынса балалар ял итә һәм әҙерлек үтә. Был лагерҙарға балаларҙы республиканан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә алып киләләр. Мәрйәм Бураҡаева - бөгөн уҡыу әсбабы булараҡ ҡулланылған "Арғымаҡ", "Тормош һабаҡтары" һәм башҡа бик күп