Башҡортостан “Эшҡыуар әсә” федераль программаһын иң яҡшы ғәмәлгә ашырыусы төбәктәр иҫәбенә инде Рәсәй Иҡтисадты үҫтереү министрлығы “Эшҡыуар әсә” программаһының төбәк этабына йомғаҡ яһаны. Ҡатнашыуға ғариза биреү һаны буйынса төбәктәр араһында Башҡортостан алдынғы булып тора. Быйыл 150-нән ашыу заявка бирелгән, һайлап алыу турын 35 эшҡыуар ҡатын үткән һәм уҡытыуҙа ҡатнашҡан. Шулай уҡ был күрһәткестәр буйынса топ-3 төбәктәр иҫәбендә - Татарстан һәм Удмурт республикалары. -Беҙҙә эшҡыуарлыҡты ирҙәр һөнәре тип иҫәпләү нығынған. Әммә “Эшҡыуар әсә” программаһында ҡатнашыусылар бының киреһен иҫбатланы. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар үҙ бизнес-проекттарын ҡыйыу тормошҡа ашыра. Министрлыҡ үҙ сиратында Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ бизнесын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеүен дауам итә, - тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Белешмә. “Эшҡыуар әсә” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ойоштороусыһы – Рәсәй Иҡтисадты үҫтереү министрлығы. Проектҡа ун йыл. Был йылдар эсендә программала 7 мең ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан, 247-һе төрлө йылдарҙа конкурстарҙа еңеү яулаған. 2023 йылда программа 63 төбәктә үткән. Йылды федераль финал үткәреп, йомғаҡларға планлаштыралар. https://pravitelstvorb.ru/news/22059/
Башҡортостан “Эшҡыуар әсә” федераль программаһын иң яҡшы ғәмәлгә ашырыусы төбәктәр иҫәбенә инде
25 октября 202325 окт 2023
1 мин