24 октябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров этнотуризм буйынса III халыҡ -ара форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк был сара Рәсәйҙең 67 төбәгенән 500-ҙән ашыу эксперттарҙы йыйҙы. Шулай уҡ Белоруссия һәм Абхазиянан вәкилдәр ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, Башҡортостан етәксеһе заманса шарттарҙа форумдың әһәмиәтен билдәләне. –Этнотуризмға беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ.Башҡортостанда был тема бик популяр. Беҙҙең республика үҙенсәлекле, бында тыныслыҡта һәм татыулыҡта бик күп халыҡтар йәшәй. Улар үҙәренең тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлай, –тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө форумды беҙ өсөнсө тапҡыр уҙғарабыҙ һәм ул тәжрибә уртаҡлашыу, туризм үҫешенең перспективаларын тикшереү өсөн ҡыҙыҡлы майҙансыҡ булараҡ үҙенең кәрәклеген иҫбатланы. Төбәк етәксеһе этнотуризм үҫешенең үҙәгенә әүерелгән бер нисә яңы тематик проекттарҙы билдәләне. –Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” музей комплексы Башҡортостанға тартып тороусы урын. Шишмә районында Тура-хан һәм Хөсәйенбәк мавзолейы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, унда беҙ Евразияның күсмә цивилизациялар музейын булдырабыҙ. “Янғантау” геопаркы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә беренсе булып ЮНЕСКО геопаркы статусын алды. Дөйөм алғанда, беҙ республикабыҙҙы Рәсәй һәм донъя өсөн асырға, үҙебеҙҙең уникаль тәбиғи һәм тарихи объекттарҙы күрһәтергә тырышабыҙ. Шулай уҡ ул заманса туристик инфраструктураһын булдырыу йүнәлешенә лә туҡталды. Әйтергә кәрәк, был өлкәгә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан да ҙур ярҙам тоябыҙ. Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн урындарҙы арттырыуға 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.Сөнки уларға бөгөн айырыуса һорау ҙур. Һүҙ глэмпинг, ял базалары һәм башҡа майҙансыҡтар тураһында бара. Федераль ярҙам менән 2023-2024 йылдарҙа тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарыу маҡсаты ҡуйылған. –Беҙ туристик тармаҡ үҫеше өсөн уңайлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Рәсәй халҡы өсөн ҡайһы бер сит ил йүнәлештәре ябылған ваҡытта беҙҙең биләмәләге тәбиғәтте һәм матурлыҡты асыуҙың уникаль мөмкинлеге бар, –тине республика етәксеһе. Region PR йәмәғәт элемтәһе үҫеше фонды идараһы рәйесе, “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй туристик премияһына нигеҙ һалыусы Геннадий Шаталов Башҡортостан етәксеһенә форумды ойошторған өсөн рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул форум сиктәрендә “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй туристик премияһын алыуға конкурстың финалы уҙғарылыуын да билдәләне. Быйыл унда илдең 56 төбәгенән 270 тармаҡ проекттары ҡатнаша, шул иҫәптән 48 ғариза Башҡортостандан. –Туристик тармағын нығытыу өсөн республика етди аҙымдар эшләй, –тине Геннадий Шаталов. –2024 йылдың апрелендә союздаш дәүләт сиктәрендә тәүге тематик форумды уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Уның майҙансығында “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы менән Башҡортостандың исем туйын уҙғарырға ниәтләйбеҙ.Һеҙҙең республика тәжрибәһе күп төбәктәргә ҡыҙыҡлы, һеҙҙән өйрәнәһе тәжрибә бар. Республика брендтары – башҡорт балы һәм башҡорт атын танытыуығыҙ өсөн айырым рәхмәт. Форум асылғандан һуң Республика Башлығы халыҡ -художество кәсептәренең күргәҙмәһен ҡараны, “Урал” туристик -рекреацион тибындағы буласаҡ махсус иҡтисади зонаның проекты менән танышты. Ул Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондары биләмәһендә урынлашасаҡ. Махсус иҡтисади зонаның төп туристик объекттары булып Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Шүлгәнташ” музей комплексы, башҡорт дәүләт заповеднигы, Ирәмәл тауы, Ирәкташ, Әбйәлил һәм Белорет районының тау саңғыһы курорттары, солоҡтары буласаҡ. Форумда Республика етәксеһе Рәсәй төбәктәренең, Белоруссия һәм Абхазияның туристик индустрия вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар туризмды үҫтереүҙә Башҡортостан тәжрибәһен юғары баһаланы. Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан.